Новости

05.10.2012

БЫНДА ЭШ ҠАЙНАЙ

  Сибай ҡалаһында урынлашҡан йѳк тейәү-бушатыу майҙансығына Хәйбулла байыҡтырыу фабрикаһынан кѳн һайын 500 тоннанан ашыу баҡыр концентраты килтерелә. Айына был һан 12 мең тоннаға барып етә. «Юбилей» ятҡылығында мәғдән әҙерләү һәм уны байытыуҙың эшләү схемаһы эффектлы булғанға, бында 20 процентлы баҡыр концентраты сығарыла. Концентраттағы баҡырҙың күләме һәм алынған баҡырҙың технологик күрһәткесе планлаштырылған проект күрһәткесенә тап килә. Бѳгѳн ул 19 процентты тәшкил итә.

IMG_8670.JPG

   Мәғдән 6 берәмек «Скания» йѳк машиналарында йѳк тейәү-бушатыу майҙанына килтерелә һәм артабан ул тимер юл транспортында Ревда ҡалаһындағы (Свердловск ѳлкәһе) Урта Урал баҡыр ҡойоу заводына оҙатыла. Ул Уралда беренсел сеймалдан баҡыр ҡойоу буйынса иң эре предприятиеларҙан иҫәпләнә. Унда ай һайын 200 вагонға ҡәҙәр йѳк ебәрелә. Йѳк тейәү-бушатыу майҙанында иртә таңдан эш ҡайнай. «Вольво» йѳк бушатыу машинаһы тимер юл буйлап Хәйбулла фабрикаһы ѳсѳн килтерелгән ҙур-ҙур ҡорамалдарҙы, запас частарҙы, шиналарҙы бушата. Шулай ҙа бындағы тѳп эш—ҡиммәтле сеймалды—баҡыр концентратын тейәү. Уларҙан киләсәктә электр үткәргестәр, сәнәғәт аппаратуралары әҙерләйәсәктәр.


Возврат к списку